📌 Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡ... — 1 сентября 2026 г. в 14:03:25.602
📌 Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм әҙәби премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ҡәҙим АРАЛБАЕВ 85 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. 🔹 Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев 1941 йылдың 1 сентябрендә хәҙерге Башҡортостандың Хәйбулла районы Таңатар ауылында тыуған. 🔹 Урта мәктәпте тамамлағас, колхозда шофер булып эшләй, Совет Армияһы сафындағы хәрби хеҙмәттә лә шоферҙар взводы командиры була. 🔹 Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, Бөрйән, Баймаҡ райондары мәктәптәрендә урта мәктәп директоры урынбаҫары булып эшләй. 🔹 1971—1973 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы аспирантураһында уҡый. Ләкин уны шиғриәт донъяһы нығыраҡ тарта һәм ул шул уҡ йылда «Ағиҙел» журналына эшкә күсә. 🔹 1977−1981 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында яуаплы секретарь, 1981—1988 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында мәҙәниәт бүлеге инструкторы, 1988—1983 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, 1993—2001 йылдарҙа «Китап» нәшриәтендә баш мөхәррир һәм директор була. 🔹 Йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша шағир - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары була. 🔥 Ҡәҙим Аралбай 20-нән ашыу шиғырҙар йыйынтығы, 31 поэма, проза һәм башҡорт фольклоры буйынса фәнни тикшеренеүҙәр авторы. Шағирҙы күркәм ғүмер байрамы менән тәбрикләйбеҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ! 🌸 ТАМЫРҘАР Тамырҙарға йәбешеп үрмәләйем, Тамырҙарға баҫып барамын. Бары тоғро тамыр тороп ҡала, Шауҙыр таштар төшә таралып. Бихисап, ти, әҙәм тамыры ла Ағас тамырҙарын һанаһаң. Бер тамырға ҡай саҡ көнөң ҡала, Өмөтөңә йәлләт янаһа. Этәрмәләй тамыр, күтәрмәләй Табандарҙан тайһа юлдарым. Нисек яулар инем үрҙәремде, Үҙ итмәһә тамыр ҡулдары?!

