Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта ҡатнашайыҡ! — 15 апреля 2026 г. в 04:38:42.266
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта ҡатнашайыҡ! 17 апрелдә Республика Башлығының бойороғона ярашлы, Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үткәрелә. Акцияның маҡсаты - башҡорт телен үҫтереү, һаҡлау, популярлаштырыу. Барығыҙҙы ла унда дәррәү ҡатнашырға саҡырабыҙ. Диктант иртәнге сәғәт 11-ҙә (Өфө ваҡыты) Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа башланасаҡ. Шул ваҡытта офлайн-майҙансыҡтарҙа ла яҙыу мөмкинлеге бар – беҙҙең районда ул Үҙәк китапханала (Аҡъяр ауылы, С.Юлаев проспекты, 43 адресы буйынса) һәм бөтә белем биреү усаҡтарында ойоштораласаҡ. Онлайн яҙыусылар 17 апрелдең 23:59 сәғәтенә (Өфө ваҡыты) тиклем диктантты яҙа ала. bashdictant.ru сайтында улар өсөн тура эфирҙың яҙмаһы ҡуйыласаҡ. Диктантты яҙып бөткәс, эштәрегеҙҙең фотоһын йәки сканын «МАКС»ҡушымтаһында @bash_dictant_bot ботына йәки bashdictant.ru сайтында шәхси сәхифә аша ебәрер кәрәк. Диктантта ҡатнашыу өсөн bashdictant.ru/ сайтында теркәлеү мотлаҡ. Мөһим саранан ситтә ҡалмайыҡ, бергәләп яҙайыҡ диктантты, дуҫтар! #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #башҡорттеленәндиктант #башдиктант2026 #башҡорттеле #башдиктант2026 #диктантпобашкирскомуязыку #башҡортсадиктантяҙам

