Республикала Күп балалы ғаилә көнө 🌸 — 8 июля 2026 г. в 13:18:15.522
Республикала Күп балалы ғаилә көнө 🌸 Уны йыл һайын 21 декабрҙә билдәләйҙәр. Халыҡ иҫәбен алыуҙың һуңғы мәғлүмәттәре буйынса республикала күп балалы ғаиләләр һаны – 59 мең. Был ғаиләләрҙә – 192 мең бала. Дәүләт бындай ғаиләләргә ярҙам күрһәтә һәм наградалар тапшыра: “Әсәлек даны” миҙалы менән 5 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән әсәләр бүләкләнә “Ата-әсә ҡаһарманлығы” билдәһе менән ғаилә йолаларын һаҡлаған һәм әҙәпле балалар тәрбиәләгән ата-әсә бүләкләнә. 2014 йылдан башлап уны 67 ғаилә алған. “Атай ҡаһарманлығы” премияһы менән күп балалы атайҙар бүләкләнә. Был йәмәғәтселек бүләге, уға 200-ҙән ашыу атай лайыҡ булған. Бүләкләнеүселәр араһында – МХО-ла ҡатнашыусылар, герой аталар һәм активистар. Яңы байрам республикала ғаилә ҡиммәттәрен нығытырға һәм ғаиләләргә ярҙам күрһәтергә булышлыҡ итә. Фотоһүрәттә: "Юлдаш" радиоһы ойошторған "Минең ғаиләм" конкурсы еңеүсеһе Ильясовтар.

