Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай быйыл үҙенең оло юбилейын- 85 йәшен билдәләй... — 18 апреля 2026 г. в 09:05:54.283
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай быйыл үҙенең оло юбилейын- 85 йәшен билдәләйәсәк. Шул айҡанлы районда “Шиғриәт тулҡындарында” исеме аҫтында шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе булып үтте. Конкурста районыбыҙҙың шиғриәтте ,туған телен яратҡан 70-кә яҡын уҡыусы ҡатнашып, шулар араһында беҙҙең мәктәптән 6и класс укыусыһы Азаматов Нурислам һәм 2а класс уҡыусыһы Солтанова Камила ла бар. Был бәйгелә Азаматов Нурислам Ҡәҙим Аралбайҙың "Һалдат гармуны" поэмаһынан өҙөк һөйләп, еңеүсе булыуға иреште. Нурисламды ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар теләйбеҙ!

