Официальный канал МБДОУ Детский сад № 3 "Шатлык" с. Акъяр
Лайфстайл · 29 мая 2026 г.
ҺАБАНТУЙ - башҡорттарҙың боронғо байрамы. Ул яҙғы сәсеү эштәре бөтөүгә ҡарап үткәрелә. ... — 29 мая 2026 г. в 16:10:10.602
ҺАБАНТУЙ - башҡорттарҙың боронғо байрамы. Ул яҙғы сәсеү эштәре бөтөүгә ҡарап үткәрелә. Ғәҙәттә бер-нисә ауыл бергә үткәрә. Һабантуй алдынан малайҙар һебә йыялар. Һебә йыйыу - ауылда өй беренсә йөрөп һабантуйға бүләк йыйыу. Һебә йыйыусыларға хужалар таҫтамал, яулыҡ, биреп сығара. Бөгөн "Шатлык" балалар баҡсаһында «Һабантуй» байрамы үтте. Күңелле байрам милли йырҙарҙан һәм бейеүҙәрҙән башланды. Байрамды биҙәп һабантуй батыры килде ҡунаҡҡа. Байрамда бөтә балалар һәм ата - әсәләр ҙә ҡатнашты. Балалар менән берҙәмлектә ата - әсәләр милли уйындарҙа үҙҙәренең оҫталығын һәм зирәклеген күрһәтте «Эй, дуҫым, көршәк ват», «Көйәнтә менән һыу ташыу», «Арҡан тартыу», «Ат сабыштары» уйындары үткәрелде. Балалар өсөн иң ҡатмарлыһы күҙҙәре ябыҡ көршәккә эләгеү, әммә был һынауҙы ла улар үтәй! Һабантуйҙа ҡатнашыусыларҙың был матур милли байрам тураһында онотолмаҫ тәьҫораттары оҙаҡ һаҡланасаҡ. Байрам аҙағы ата - әсәләр һәм балалар, тәрбиәселәр күңелле бейеү менән тамамланылар.

