Официальный канал МБДОУ Детский сад № 3 "Шатлык" с. Акъяр
Лайфстайл · 28 октября 2026 г.
28 октябрь - Халыҡ-ара өләсәй һәм ҡартатайҙар көнө. Шул уңайҙан "Ҡурайҡай" кескәйҙәр тө...
28 октябрь - Халыҡ-ара өләсәй һәм ҡартатайҙар көнө. Шул уңайҙан "Ҡурайҡай" кескәйҙәр төркөмөндә бик фәһемле һәм ҡыҙыҡлы дəрес үтте. Беҙ оло быуын вәкилдәре: өләсәй һәм ҡартатайзарыбыҙ тураһында әңгәмә үткәрҙек, шиғырҙар уҡыныҡ, йырҙар йырланыҡ. Дәрестә "ғаилә ағасы" - шәжәрə менән таныштыҡ. Һәр бала үҙ шәжәрәһен эшлап алып килде . Ғаиләне тамырҙары булған ағас менән сағыштыралар: тамырҙары ( үткəн), олоно( хəҙерге) һәм ботаҡтары ( килəсəк) быуын. Һәр ғаиләнең үҙ шəжəрəһе, үҙ ағасы була. Бындай дәрестәр киләһе быуын өсөн бик файзалы, улар үҙҙәренең ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, тарихын һаҡлап ҡалалар.