Официальный канал МБДОУ Детский сад № 3 "Шатлык" с. Акъяр
Лайфстайл · 3 ноября 2026 г.
4 ноябрь - патриотик байрамдарҙың береһе - халыҡтар берҙәмлеге көнө.
4 ноябрь - патриотик байрамдарҙың береһе - халыҡтар берҙәмлеге көнө. Тәрән тарихи мәғәнәгә эйә булған был дәүләт байрамы төрлө быуын, милләт һәм халыҡ, Ватаныбыҙҙың ысын патриоттарын берләштереүгә йүнәлтелгән. Уртансы "Аҡбуҙат" төркөмө балалары менән төп символды (герб, флаг) төҙө, урыҫ халыҡ уйыны "Ложка по кругу", "Ручеек" уйнап алдыҡ, йомаҡтар систек. Балалар ата-әсәләр менән берлектә һүрәттәр төшөрҙөләр. Бөгөнгө заман күҙлегенән ҡарағанда, "Халыҡтар берҙәмлеге" көнө балаларҙы яҡты киләсәккә, дуҫлыҡҡа өндәй. Тәрбиәсе: Г.Р.Таһирова