ОФИЦИАЛЬНЫЙ КАНАЛ МКУ УПРАВЛЕНИЕ ОБРАЗОВАНИЯ МР ХАЙБУЛЛИНСКОГО РАЙОНА РБ
Новости · 23 июня 2026 г.
Тормоштоң асылы – уҡытыусы булыу. — 23 июня 2026 г. в 04:29:26.435
Тормоштоң асылы – уҡытыусы булыу. Кәипова Эльвира Фәнил ҡыҙы Мәмбәт Урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән балаларға белем бирә. Яңы быуат уҡытыусыһына кәрәкле бар сифатты үҙендә булдырып, хеҙмәт юлын уңышлы алып барғаны өсөн 2022 йылда Башҡортостан Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Талапсан, әммә бер үк ваҡытта уҡыусыһын аңлай белеүсе Эльвира Фәнил ҡыҙы үҙ эшенең оҫтаһы. Сығарылыш класс уҡыусылары, ата – әсәләр оло хөрмәт менән яратҡан уҡытыусыларына барыһы өсөн дә һәр саҡ рәхмәт һүҙҙәрен еткереп торалар. Уҡытыусы өсөн ошонан да юғары баһа бармы икән? “Балалар менән һәр һүҙҙең тәмен белеп, телдең матурлығын тойоп, туған телгә, сит телдәрҙе ҡыҙыҡһынып өйрәнеүгә, китап уҡырға теләк уятыусы уҡытыусыларыбыҙ күберәк булһын. Әҙәбиәт ул – уҡыусы менән яҡындан һөйләшеү, бергә эҙләнеү эштәрен алып барыу. Әҙәбиәт аша уҡыусы ысын тормош менән таныша, эҙләнә, уйлана, үҙенә кәрәкле һорауҙарға яуап таба. Бының өсөн уҡытыусының үҙенә заман менән бергә атларға кәрәк, - ти Эльвира Фәнил ҡыҙы. Ысынлап та, заман, яңы быуат уҡытыусылары ҡаршыһында бик юғары мәсьәлә тора – төрлө шау – шыулы мәғлүмәттәр араһында уҡыусыны юғалтмай уҡыуға йәлеп итеү, кескәй генә баланан оло шәхес яһау. Балаларҙың киләсәгендә уҡытыусының да өлөшө ҙур. Ул уҡытыусы ғына түгел, уҡыу- уҡытыу буйынса директорҙың урынбаҫары булараҡ та һәр эште ентекле, үҙ ваҡытында башҡара, эҙләнә, белем биреү буйынса мәғлүмәттәр уҡытыусыларға еткерелә.Шулай уҡ Эльвира Фәнил ҡыҙы район буйынса уҡыу- уҡытыу буйынса директорҙарҙың урынбаҫарҙары методик берекмәһенең етәксеһе булараҡ та абруй ҡаҙана. Хөрмәтле Эльвира Фәнил ҡыҙы! Һеҙҙе оло юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙҙең тормош юлығыҙ — район мәғариф системаһында намыҫлы хеҙмәт итеү, үҙ эшеңә тоғролоҡ һәм фиҙакәрлек өлгөһө. Методик берекмә етәксеһе булараҡ, һеҙҙең күп йыллыҡ тәжрибәгеҙ, педагогик оҫталығығыҙ һәм заманса белем биреү технологияларын ҡуллана белеүегеҙ уҡытыусылар өсөн ысын мәктәпкә әйләнде. Һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, юғары профессиональ сифаттарығыҙ, кешеләргә ихтибар менән ҡарауығыҙ ҙур хөрмәткә лайыҡ. Ошо мөбәрәк көндә һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаилә ҡото, ижади уңыштар һәм яңы педагогик асыштар теләйбеҙ. Киләсәктә лә район мәғарифе үҫешенә тос өлөшөгөҙҙө индереүегеҙгә ышанабыҙ! Йөрәк йылыһы, шатлыҡлы мәлдәр, тоғро дуҫтар һәм уҡыусыларығыҙҙың уңыштары һәр ваҡыт һеҙҙең менән булһын!

