ОФИЦИАЛЬНЫЙ КАНАЛ МКУ УПРАВЛЕНИЕ ОБРАЗОВАНИЯ МР ХАЙБУЛЛИНСКОГО РАЙОНА РБ
Новости · 22 июня 2026 г.
Яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән әүҙем уҡыусылары менән һәр мәктәп маҡтана ала. — 22 июня 2026 г. в 07:20:54.484
Яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән әүҙем уҡыусылары менән һәр мәктәп маҡтана ала. 2-се Аҡъяр урта мәктәбенең ғорурлығы ун беренсе сығарылыш класс уҡыусыһы Динә Әлибаева шундайҙарҙың береһе. Ул бөтә фәндәр буйынса ла тиерлек тик "бишле" гә генә өлгәшә. Мәктәп, район, республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа, олимпиадаларҙа һәр ваҡыт призлы урындар яулай. Мәҫәлән, шуларҙың береһе "Һаумы, һаумы, әкиәт! " төбәк - ара конкурсында күп тапҡырҙар ҡатнашып, лайыҡлы урындар биләп, грамоталар менән бүләкләнә. Бар яҡтан һәләтле, һүҙ сәнғәтенә ғашиҡ булған, туған телебеҙҙе яратҡан ҡыҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҙғарылған олимпиадаларҙан ситтә тороп ҡала алманы. Мәктәп, район кимәлендә үткән олимпиадаларҙа һәр ваҡыт еңеүсе булды. Һәм был башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала ҡатнашыуға алып килде. Билдәле, иң көслөләр араһында һынау тотоу өсөн ныҡышмалы әҙерлек талап ителә. Һәм эҙмә-эҙлекле шөғөлләнеү арҡаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк - ара олимпиадаларҙа яҡшы уңыштарға өлгәшә алды: ике йыл рәттән призёр, ә өсөнсө йылында лайыҡлы еңеүсе тип танылды, уны үтеүселәр булманы. Туған телгә булған һөйөү, тырышлыҡ һәм маҡсатҡа ынтылыш ошондай юғары һөҙөмтәләргә килтергән. Камил аңлы, көслө рухлы Әлибаева Динә бер нисә йыл рәттән район башлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты степендияты ла. Тырыш, үҙенә талапсан уҡыусы хөрмәткә лайыҡ. Тыуған илгә тоғролоҡ, илһөйәрлек, телһөйәрлек сифаттары менән ул күптәр өсөн яҡшы өлгө. Динәлә булған бөтә матур сифаттар ата-әсә тәрбиәһенән килә һәм уны мәктәптә алған белем һәм тәрбиә тулыландыра. Алда тулы урта дөйөм белем алыусылар өсөн Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу тора. Динә, һиңә был һынауҙарҙы уңышлы үтергә яҙһын. Алған баһаларың ҙур тормошҡа яңы юлдар асһын!

