Хәтер һәм ҡайғы көнө — 22 июня 2026 г. в 11:01:45.003
Хәтер һәм ҡайғы көнө 22 июнь -тарихыбыҙҙағы иң күңелһеҙ даталарҙың береһе, Бөйөк Ватан һуғышы башланыуы. Ҡара хәрефтәр менән яҙылған был датаны Хәтер һәм ҡайғы көнө булараҡ билдәләйбеҙ. 1941 йылдың 22 июнь таңында, фашист Германияһы иғлан итеп тә тормайынса илебеҙгә ябырыла. 1418 көн көн һәм төн дауам иткән һуғышта СССР 27 миллионлаған халҡын юғалта. Был көндө беҙ һуғыш яланында батырҙарса һәләк булған, госпиталдәрҙә яраларҙан мәрхүм булған, концлагерҙарҙа бикле ятҡан кешеләрҙе иҫкә алып, улар алдында баш эйәбеҙ. Бөгөн, 22 июнь, һуғыш яланында батырҙарса һәләк булған атай-олатайҙарыбыҙҙы, ауылдаштарыбыҙҙы иҫкө алдыҡ, обелискаға сәскәләр һалдыҡ, бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ. Был көндө оноторға хаҡыбыҙ юҡ!!!!

