22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнө. — 22 июня 2026 г. в 11:31:38.119
22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнө. Ил тарихына иң ҡайғылы көндәрҙең береһе булып инеп ҡалған, ҡара хәрефтәр менән яҙылған ошо көндө Хәтер һәм ҡайғы көнө булараҡ билгәләп үтәбеҙ. Был көн Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн. 1941 йылдың 22 июнендә башланған һәм дүрт йыл буйы барған Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙ 27 миллиондан ашыу кешеһен юғалта. Беҙҙең ауылдан да бик күп ауылдаштарыбыҙ яу яланында ятып ҡала. Беҙ уларҙы һәр саҡ иҫкә алырға тейешбеҙ.

