🛑"Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгенең сираттағы ҡунағы – Башҡортостандың мәжбүри то...
🛑"Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгенең сираттағы ҡунағы – Башҡортостандың мәжбүри тотоу урындарында кеше хоҡуҡтарын үтәүҙе тәьмин итеү буйынса йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы рәйесе Олег Галин. Ул республикала ябыҡ учреждениеларҙа тауыш биреү барышы хаҡында һөйләне. ❗️Уның белдереүенсә, ябыҡ учреждениеларҙа тауыш биреү тамамланған. – Әүҙем һайлау хоҡуғына эйә булған өс мең кешенең 2502-һе тауыш бирҙе. Был яҡынса 80 процент. Шулай итеп, ябыҡ учреждениеларҙа тауыш биреү тамамланды. Һан үҙгәрмәйәсәк. Тауыш биреү өс көн дауам итте. Мәжбүри тауыш биреү факторы юҡ, был бер һүҙһеҙ, – тине Олег Галин. ✅Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн, 20 сентябрҙә 20.00 сәғәттә һайлау тамамлана. Шуға күрә үҙегеҙҙең гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәп, илебеҙҙең киләсәге өсөн тауыш биреп ҡалығыҙ. 📲Фото: “Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгенән. #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026