Бөгөн «Шоңҡар» муниципаль бюджет учреждениеһында Терроризмға ҡаршы көрәш буйынса «Беҙ ... — 3 сентября 2026 г. в 11:10:24.799
Бөгөн «Шоңҡар» муниципаль бюджет учреждениеһында Терроризмға ҡаршы көрәш буйынса «Беҙ һине иҫтә тотабыҙ, Беслан!» тигән тематик лекция үтте. Сарала Малаяҙ ауылындағы Дуван күп профилле колледжы филиалында белем алыусы студенттар ҡатнашты. Салауат районының Мәҙәниәт бүлеге белгесе Луиза Нурыева йәштәргә һуғыштың ауыр эҙемтәләре һәм халҡыбыҙҙың бөйөк батырлығы хаҡында һөйләне. Сараның маҡсаты — йәштәргә терроризмдың нимә икәнен, уға нисек ҡаршы торорға кәрәклеген һәм теракт ҡурҡынысы янағанда үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен аңлатыу ине. Айырыуса Бесландағы фажиғәгә һәм терроризм янауына ҡаршы көрәштә берҙәм булыу кәрәклегенә иғтибар йүнәтелде. Студенттар иғтибар менән тыңланы һәм «Террористар кемдәр?», «Террор» һәм «терроризм» һүҙҙәре нимәне аңлата?» тигән һорауҙарға яуап бирҙе. Сарала ҡатнашыусылар «Фәрештәләр ҡалаһы» тигән видеосюжетты ҡараны һәм һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды. Сара аҙағында йәштәргә терроризм ҡурҡынысына ҡаршы тороу өсөн үтәлергә тейешле хәүефһеҙлек саралары тураһында һөйләнеләр. Сегодня в МБУ КПМ «Шонкар» МР Салаватский район РБ прошла тематическая лекция "Мы помним о тебе, Беслан!", посвящённая Дню солидарности в борьбе против терроризма. Участниками встречи стали обучающиеся Филиал ГБПОУ ДМК с.Малояз. Специалист Отдела культуры Салаватского района Луиза Нурыева рассказала ребятам о тяжёлых последствиях войны и великом подвиге нашего народа. Целью мероприятия было рассказать присутствующим о том, что такое терроризм, как ему противостоять и об основных правилах поведения в условиях угрозы терактов. Особое внимание было уделено страшной трагедии Беслана и необходимости солидарности в борьбе против угрозы терроризма. Ребята внимательно слушали и отвечали на вопросы: Кто такие "террористы" и что означают слова "террор" и "терроризм". Участники просмотрели видеосюжет «Город ангелов» и почтили погибших минутой молчания. В заключении рассказали присутствующим о мерах безопасности, которые нужно соблюдать для того, чтобы противостоять угрозе терроризма.

