Перейти к содержимому
Максиметер

16 сентябрь,Йәлембәт башланғыс мәктәбендә аҙ комплектлы башланғыс класс уҡытыусыларының...

16 сентябрь,Йәлембәт башланғыс мәктәбендә аҙ комплектлы башланғыс класс уҡытыусыларының семинары үтте.Семинарҙа яңы уҡыу йылына әҙерлек, документацияны алып барыу тәртибе һәм федераль программаларҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләренә арналды. Көн тәртибендә түбәндәге төп пункттар ҡаралды: 📚Яңы уҡыу йылына план ҡабул итеү. Уҡытыусылар киләһе уҡыу йылының уҡыу-уҡытыу графигын, контроль эштәр үткәреү ваҡытын һәм тәрбиә эшенең төп йүнәлештәрен раҫланы. Планға аҙ комплектлы кластарҙағы белем биреү процесының үҙенсәлектәрен иҫәпкә алған дифференцияланған уҡытыу алымдары индерелде. Яңы журналға күсеү барышын өйрәнеү. Педагогтарға документ әйләнешенең электрон форматына күсеү буйынса методик ярҙам күрһәтелде. Уҡытыусылар баһалау системаһын теркәү, дәрескә әҙерлек һәм кластан тыш сараларҙы яҙыу алгоритмдарын тикшерҙе, шулай уҡ техник проблемаларҙы хәл итеү юлдарын билдәләне. 📚«Рәсәй бөркөттәре» программаһына ҡушылыу. Программа маҡсаттары, уны тормошҡа ашырыу этаптары тураһында фекер алыштылар. Уҡытыусылар программаның интерактив майҙансыҡтарын нисек ҡулланыу, онлайн-ресурстар менән эшләү һәм уҡыусыларҙың шәхси уҡыу траекторияларын төҙөү буйынса практик кәңәштәр алдылар. 📚Семинар конструктив шарттарҙа үтте. Ҡабул ителгән пландар һәм бирелгән рекомендациялар аҙ комплектлы мәктәптәрҙә белем биреү сифатын күтәреүгә, шулай уҡ педагогик берләшмәнең берҙәм мәғлүмәт киңлегендә эшләүенә булышлыҡ итәсәк. Артабанғы эштә «Рәсәй бөркөттәре» программаһы ресурстарын уҡытыу процесына системалы рәүештә индереү һәм яңы журналда эшләүҙә барлыҡҡа килгән һорауҙар буйынса методик ярҙам күрһәтеү бурысы билдәләнде. Йәлембәт мәктәбе коллективына эштәрендә уңыштар,ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.

312 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

695 подписчиков · Образование

Ещё по теме «Образование»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.