Кескәйҙәр өсөн бик фәһемле осрашыу! — 15 мая 2026 г. в 06:15:43.103
Кескәйҙәр өсөн бик фәһемле осрашыу! Шағирә, публицист, балалар өсөн «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина Баймаҡ ҡалаһының «Йондоҙло» балалар баҡсаһында балалар менән осрашыу үткәрҙе. Балалар баҡсаһы мөдире Роза Әҙеһәм ҡыҙы башҡорт телен тәрән өйрәнеү буйынса үткәрелгән эштәр һәм уңыштары менән таныштырһа, ә инде балалар матур бейеүҙәре, йырҙары менән үҙ һәләттәрен күрһәтеп осрашыуға тағы ла йәм өҫтәне. Һәр бала Лариса Хашим ҡыҙы ҡулынан сағыу һүрәтле "Аҡбуҙат" журналын алып ҡыуанды. Сара тыуған телде өйрәнеүгә һәм әҙәбиәткә ихлас ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға ҙур өлөш индерҙе.

