Бөгөн беҙҙә оло байрам! Илебеҙҙә йәшәгән барлыҡ кешеләрҙең дөйөм байрамы Рәсәй көнөн б...
Бөгөн беҙҙә оло байрам! Илебеҙҙә йәшәгән барлыҡ кешеләрҙең дөйөм байрамы Рәсәй көнөн билдәләнә. Ә беҙҙең лагерҙа икеләтә байрам булды. Байрамабыҙға оло мәртәбә өҫтәп, ҡунаҡтар килде. Улар, тыуған мәктәбебеҙҙә белем алып, төрлө һөнәргә эйә булып, хәҙер инде илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәп, эшләп, хеҙмәт итеп йөрөүсе яҡташтарыбыҙ, йәғни, элекке уҡыусыларыбыҙ. Мәктәп йылдарында уҡ төрлө спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашып, беренселекте бирмәгән, хөрмәткә лайыҡ егеттәр, волейболистар командаһы һәм уның тренеры, Төркмән урта мәктәбенең уҡытыусыһы Ниғмәтуллин Радик Рәүил улының иҫтәлегенә спорт ярыштары ойошторҙолар. Патриот рухлы, тыуған яҡтарына хөрмәт менән ҡараған, мәктәбен онотмаған яҡташтарыбыҙға Афарин! Мәктәп директоры Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙы Ҡаһарманова байрам менән ҡотлап егеттәргә, ярыштарҙа уңыштар теләне. Моҡас ауыл хакимиәте исеменән Маһинур Хизбулла ҡыҙы Әминева егеттәргә был башланғысты артабанда дауам итергә тигән теләк еткерҙе.