Загружаем публикацию…
Мы используем файлы cookie для работы сайта и аналитики посещаемости. Подробнее в Политике обработки данных и Правилах.
#УчительВнеУрока Ғүмеренең өс тиҫтә ваҡытын балаларға белем биреүгә арнаған Әбделкәрим урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мостаева Вазифа Азат ҡыҙы бөгөн заман бергә атлаусы уҡытыусы ла, тынғыһыҙ ирекмән дә. Ул шул уҡ ваҡытта биш йыл уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын да башҡара. Уҡыусылары "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү, "Игебай уҡыуҙары" конкурстарында, башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп торалар. Вазифа Азат ҡыҙы мәктәптә эше күп булып, ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан Баймаҡ ҡалаһында урынлашҡан "Һаҡсы фәрештә" ирекмәндәр штабында ирекмән булараҡ махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәргә ылауҙар ебәреүҙә ҡатнаша. Мәктәптә, ауыл тормошонда маскировка селтәрҙәре үреүҙе, кәрәкле әйберҙәр йыйыу, әҙерләү, өй шарттарында бешерелгән ашамлыҡтар бешереүҙе ойошторсы ла ул. Махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәр менән һәр ваҡыт бәйләнешкә сығып, уларҙың хәлдәрен белешә, уларҙың ғаиләләре менән дә бәйләнеш тота. Мәктәптә батыр яугир егеттәр тураһында белешмә туплап, мөйөш булдырҙы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусылар үҙ телендә аралашыуҙы һағынған ағайҙарға йылы эстәлекле хаттар яҙалар. Шулай итеп, Вазифа Азат ҡыҙы алты бала әсәһе булараҡ яуҙа йөрөгән егеттәрҙе әсәйҙәрсә хәстәрлек күреп, ҡулынан килгәнсә алыҫ араларҙы яҡынайтып, уларға өй йылыһы бирергә тырыша.
Движение Первых | Алтайский край
Движение Первых | Алтайский край
Княгининский университет
Ханты-Мансийский технолого-педагогический колледж
Детская музыкальная школа имени Г.М. Сапаловой
Княгининский университет
Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.