#УчительВнеУрока
#УчительВнеУрока Өмөтбай мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Альбина Вәкил ҡыҙы Садыкова менән әңгәмәләштек. Мәктәптән ҡайтып, өй эштәре тамамланыу менән компьютер экранында яңы тормош башлана. Ижад итеү, яңы идеялар һәм иш янына ҡуш булырҙай килемле шөғөл. Альбина Вәкил ҡыҙы Садыкова Өмөтбай мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы. Балаларҙың күңелендә телгә һөйөү уятыуҙан тыш, 15 йыллап инде фотошоп программаһы ярҙамында өҫтәлмә эшен алып бара. ”Минең эшем фотолар сығарыуҙан ғына башланған ине. Һорау тәҡдим тыуҙыра, тиҙәр бит. Кешеләр башҡортса ҡотлау открыткалары, фотоларҙы биҙәүҙе һорай башланы, класс мөйөштәренә йыһазландырыу материалдары кәрәк булды. Шулай итеп, үҙ аллы фотошоп программаһын үҙләштерҙем. Бер идея артынан икенсеһе, бер эшкә артабанғыһы эйәреп, бөгөнгө көндә заказ биреүселәремә байтаҡ әйберҙәр тәҡдим итә алам. Магнитиктар, брелоктар, плакаттар, блокноттар, календарҙар, значоктар, миҙалдар һ.б. Башҡортса открыткалар һәм конверттар ҙур һорау менән ҡулланыла, сөнки минең асылмаларымда шиғыр ғына түгел, үҙ һүҙҙәрең менән әйткәндәй ҡотлау текстары яҙыла”. Альбина Вәкил ҡыҙы был шөғөлөн дәрестәрендә лә әүҙем ҡуллана. Уның “Башҡортса әйт!”, “Синонимдар-антонимдар” морфология, синтаксис буйынса өҫтәл уйындарын уҡыусылар ҡыҙыҡһынып уйнай. ”Яңы идеялар, маҡсаттар бар. Әлеге мәлдә “Башҡорт телен уҡытыуҙа функциональ грамоталылыҡ” тигән методик ҡулланма әҙерләйем, әҙер булған варианттарын уҡыусыларым менән ҡуллана башланыҡ. Тап улар миңә эшемә йүнәлеш биреүселәр”, - ти Альбина Вәкил ҡыҙы.