Йәшәһен, ҡурай!
Йәшәһен, ҡурай! ✅Ҡурай – ул ябай ғына музыка ҡоралы түгел, ә халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыһы, тарихыбыҙҙың тере тауышы. Әммә бөгөн беҙҙе борсоған һорауҙар күп: ошо бөйөк мираҫты киләсәккә нисек алып сығырға? Ҡурайсылар һаны кәмей бара, ни эшләргә? Балаларҙы был тылсымлы ҡоралға нисек ғашиҡ итергә? ✅Ошо мөһим мәсьәләләрҙе тикшереү, тәжрибә уртаҡлашыу һәм яңы юлдар билдәләү маҡсатында, «Ҡурай – халҡыбыҙ рухы: мәктәп юлы» исемле осрашыу үткәрҙек. ✅Мәғариф бүлеге етәксеһе Ишбулды Зәйнулла улы Сиражетдинов мәктәптәрҙә ҡурай түңәрәктәрен асыу бурысын ҡуйҙы. Ул оҫталарҙы курай көнө менән ҡотлап, ҡурай бүләк итте. Осрашыуҙың иң тулҡынландырғыс мәле – ҡурайсыларҙың бергәләп «Урал» көйөн башҡарыуы булды. Моңло тауыштар залды яңғыратып, һәр кемдең күңеленә үтеп инде. ✅Артабан сара 1-се мәктәптең ҡурай музейында дауам итте. Экскурсия барышында укыусылар ҡурай тарихы һәм данлыҡлы оҫталарыбыҙ тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һөйләнеләр. ✅Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – ҡурайҙы мәктәптәргә, балаларҙың күңеленә яҡынайтыу, уларҙа милли ҡоралыбыҙға ҡарата сикһеҙ һөйөү уятыу. Бергәләп кәңәшләшеп, киләсәккә ышаныслы аҙымдар яһарбыҙ, тип ышанабыҙ. Ҡурай моңо һәр йортта, һәр мәктәптә, һәр йөрәктә йәшәһен. Уны һаҡлау һәм киләсәк быуындарға еткереү – һәр беребеҙҙең изге бурысы. 🌺Ҡурай моңо яңғырағанда ғына башҡорт рухы йәшәйәсәк!