"Толпар" балалар баҡсаһында өлкәндәр төркөмө балалары физкультура дәресенә ихлас йөрөйҙ...
"Толпар" балалар баҡсаһында өлкәндәр төркөмө балалары физкультура дәресенә ихлас йөрөйҙәр, сөнки улар спорт уйыны "Ылаҡ" серҙәренә өйрәнәләр. Физинструктор Зимфира Риза ҡыҙы уйындың ҡағиҙәләре менән таныштыра, уйын барышын көйләп ебәрә. Кемдәр етеҙ, отҡоророҡ уларға был уйын еңел бирелә. Ат-шарҙарҙа йөрөү үҙе ни тора!