23 октябрҙә Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге башҡорт гимназияһында «Мостай уҡыуҙар...
23 октябрҙә Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге башҡорт гимназияһында «Мостай уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсында ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе билдәләнеләр. Төрлө райондарҙан уҡыусылар һәм уҡытыусылар ҡатнашты. «Яһалма зиһен ярҙамында Мостай Кәримде һәм уның әҫәрҙәре геройҙарын йәнләндереү» номинацияһында Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәп уҡыусыһы Рәхимов Раян (етәксеһе - Рәхимова З.Р.) һәм ҡаланың 4-се лицей уҡыусыһы Томаншин Сынбулат (етәксеһе - Мырҙағәлина-Иҫәнбаева Л.А.) призёр тип табылды. «Мостай Кәрим мираҫы беҙҙең ғаиләлә быуаттар аша» ижади эштәр конкурсында ҡаланың 4-се лицей уҡыусыһы Мырҙағәлина Әмилә (етәксеһе - Мырҙағәлина-Иҫәнбаева Л.А.) призёр тип билдәләнде. Уҡытыусылар араһынан Ниғәмәт ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Ишмырҙина Сәриә Иштуған ҡыҙы еңеүсе тип табылды. Әлфиә Мостафа ҡыҙы осрашыуҙың йылы хәтирәһе һәм иҫтәлек билдәһе итеп һәр ҡатнашыусыға Мостай Кәрим исемендәге фондтан иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.