Отдел образования АМР Баймакский район РБ
Госорганы и учреждения · 3 ноября 2026 г.
Баймаҡ районында күренекле мәктәптәрҙең береһе булған 1-се Этҡол мәктәбенең тарихы бай ...
Баймаҡ районында күренекле мәктәптәрҙең береһе булған 1-се Этҡол мәктәбенең тарихы бай һәм үҙенсәлекле. Мәктәп яҙыусы-мәғрифәтсе Батыргәрәй Юлыев исемен йөрөтә, 1932 йылда - ете йыллыҡ мәктәпкә, ә 1952 йылда урта мәктәпкә әйләнә. 1961 йылда яңы мәктәп сафҡа инә. 1976 йылдың 1 сентябрендә мәктәп коллективы яңы уҡыу йылын Хәсәнов Әхмәҙулла Хәйривара улы етәкселегендә өр-яңы балҡып торған ике ҡатлы мәктәп бинаһында башлап ебәрә. Ошо көндәрҙә яңы мәктәп бинаһының 50 йыллыҡ юбилейына һәм мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаған сығарылыш уҡыусыларының осрашыуына арналған "Һағыныулы осрашыу миҙгелдәре" исемле бай йөкмәткеле сара үтте. Мәктәп буйлап экскурсия ойошторолдо. Байрамдың төп өлөшө ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. Төрлө йылдарҙа коллектив менән етәкселек иткән Хәсәнов Әхмәҙулла Хәйривара улының, Айсыуаҡов Шәйхислам Ғәҙелша улының, Иҫәнғолов Миңлекамил Йәмил улының, Хөсәйенов Йәүҙәт Фазлыәхмәт улының (бөтәһе лә мәрхүмдәр) исемдәре яҡты хәтирәләр менән иҫкә алынды. Байрамда Баймаҡ районы муниципаль районының эштәр идарасыһы, элекке уҡыусыбыҙ, коллегабыҙ Байымов Илгиз Хөрмәт улының, Баймаҡ районы мәғариф бүлегенең методика кабинеты мөдире Сирғәлина Гөлшат Камил ҡыҙының, мәғариф бүлегенең баш бухгалтеры Юлдашбаева Әлфиә Зекриә ҡыҙының (мәктәптең тәүге сығарылыш уҡыусыһы), Бөтә Рәсәй мәғариф профсоюзының Баймаҡ районы ойошмаһы рәйесе Сәйғәфәрова Динара Юрис ҡыҙының, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мөхәмәтшин Азамат Салауат улының, шағир,тәүге сығарылыш уҡыусыһы Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбайҙың, 1- се Этҡол ауыл биләмәһе башлығы Йәнбирҙин Илгиз Ғәлимнур улының ҡатнашыуы кисәнең бер биҙәге булды. Сәхнә түренә һуңғы йылдарҙа етәкселек иткән мәктәп директорҙары Рәсәй мәғарифының маҡтаулы хеҙмәткәре Сөләймәнов Хәлит Хәмзә улы, философия фәндәре кандидаты Хәсәнов Ғаяз Әхмәзулла улы, Мәхмүтов Шамил Азат улы, Моталлапова Миңлегөл Төхвәт ҡыҙы күтәрелде. Коллектив менән бөгөнгө көндә етәкселек иткән Ҡотосова Гөлсинә Динислам ҡыҙы мәктәптең йәшәйеше, ҡаҙаныштары менән таныштырҙы. Мәғариф ветерандары исеменән РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ҡолмурзина Зөбәйҙә Зәйнулла ҡыҙы, Абҙаҡова Фатима Ғәзиз сығыш яһап, әҙәби китаптар һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙылар. Шулай уҡ Миңлекамил Йәмил улының тормош иптәше, мәғариф ветераны Сәкинә Мортаза ҡыҙы, Әхмәҙулла Хәйривара улының улдары Ғайса Әхмәҙулла улы һәм Ғаяз Әхмәҙулла улы хәтирәләр менән уртаҡлашты. Хәлит Хәмзә улы ла үҙ сығышында атаһы Хәмзә Йомағужа улының директор булып эшләүен , быуындар бәйләнешенең дауам итеүен билдәләне. Шулай уҡ сәхнәгә мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаған уҡыусылар саҡырылды, улар ҙа байрамға буш ҡул менән килмәгән, мәктәп йылдарының сағыу хәтирәләрен иҫкә төшөрҙөләр.
Канал в каталоге Максиметера
731 подписчиков · Госорганы и учреждения