Бөгөн Өфөлә IV Халыҡ-ара китап йәрминкәһе "Китап-байрам" сараһын асыу тантанаһы уҙҙы. О...
Бөгөн Өфөлә IV Халыҡ-ара китап йәрминкәһе "Китап-байрам" сараһын асыу тантанаһы уҙҙы. Ошо тантана ҡыҫалаларында "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәрҙең XXVIII төбәк-ара конкурсында абсолют еңеүсе - Гран-при яулаусы Борай 3-сө һанлы мәктәбенең сығарылыш класс уҡыусыһы Әхмәтханова Эльза бүләкләнде (етәксеһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Йәғәфәрова Зимфира Әлфит ҡыҙы). Уға дипломды Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хабиров үҙе тапшырыуы тағы ла ҡыуаныслы булды. Конкурстың был этабында Эльза дүртенсе йыл ҡатнаша. Уҙған йыл ул беренсе урын алып ҡайтҡайны, а быйыл эпосты тулыһынса ятлап бөтөрҙө һәм мәртәбәле жюри алдында уңышлы сығыш яһап абсолют еңеүсе булып танылды. Эльзаға аҡыллылыҡ, тырышлыҡ, әүҙемлелек хас. Киләсәктә лә уға маҡсатсан булыуын,юғары үрҙәр яулауын теләйбеҙ.