Перейти к содержимому
Максиметер

Үрге Усылы мәктәбе уҡыусылары өсөн көҙгө каникулдар бик файҙалы үтә. Бөгөн балалар өсөн...

Үрге Усылы мәктәбе уҡыусылары өсөн көҙгө каникулдар бик файҙалы үтә. Бөгөн балалар өсөн башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәренең береһе - түшелдеректәрҙе эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Оҫталыҡ дәресе Стәрлетамаҡ ҡалаһы театр - концерт берләшмәһе декораторы Гөлсөм Урал ҡыҙы Ишмөхәмәтова һәм мәктәптең башҡорт һәм туған теле уҡытыусылары менән берлектә ойошторолдо. Гөлсөм Урал ҡыҙы түшелдеректең тарихы һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тормошонда уның әһәмиәте тураһында һөйләне. Сара аҙағында уҡыусылар үҙҙәре стилләштерелгән түшелдеректәр эшләнеләр, үҙ эштәренең беренсе емештәрен күреп ҡыуандылар , сара барышында ҡыҙыҡһынған һорауҙарына яуаптар алдылар. Үрге Усылы ауылы мәктәбенең рухлы, әүҙем уҡытыусыларына “Афарин!”, тиергә генә ҡала. Сөнки милли кейемебеҙҙең тарихи өлгөһөн тергеҙеп, һаҡлап, йәштәргә уның дөрөҫ өлгөләрен күрһәтеү, өйрәтеү - беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе. #ҡоролтай#ВсемирныйКурултайБашкир#курултай

150 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

880 подписчиков · Образование

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Образование»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.