🖼️Тыуған яҡтың гүзәллеге — рәссамдар күҙлегенән
🖼️Тыуған яҡтың гүзәллеге — рәссамдар күҙлегенән Стәрлетамаҡ ҡалаһының 260 йыллығына арналған яңы сәнғәт күргәҙмәһе менән таныштыҡ. "Фабри" сауҙа үҙәгендә "Башҡортостандың йәнле палитраһы» экспозицияһы асылған. Һәр картина тыуған яғыбыҙға булған һөйөү, ихласлыҡ һәм йылылыҡ менән һуғарылған. Тәбиғәтебеҙҙең гүзәллеге, халҡыбыҙҙың бай тарихы һәм мәҙәниәте оҫталарҙың сағыу буяуҙарында яңыса, үҙенсәлекле асыла. Экспозиция үҙенә Бөтә Рәсәй пленэры ҡатнашыусыларының, хәҙерге заман рәссамдарының һәм башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың эштәрен туплай. Барлығы 80-гә яҡын сәнғәт әҫәре ҡуйылған. 📍Әгәр Стәрлетамаҡта булһағыҙ, күргәҙмәгә мотлаҡ инеп сығығыҙ, дуҫтар! Сәнғәт аша тыуған яҡ менән осрашыу һәр кемдең күңеленә хуш килер.