"Керамик кәмә"("Керамический ковчег") оҫтаханаһы
"Керамик кәмә"("Керамический ковчег") оҫтаханаһы Хәйбулла районында 7 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән үҫмерҙәргә түңәрәк асып, уларға балсыҡты әүәләп төрлө әйберҙәр эшләргә өйрәтәсәктәр. Керамик кәмә проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсы еңеүсеһе булды. Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаны Хәйбулла районының Балалар моделле китапханаһы тәҡдим иткән. Грант сиктәрендә октябрь аҙағында тиклем китапханала махсус оҫтахана йыһазландырыласаҡ.