Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән "Сәләмәт ауыл" конкурсына ярашлы Ҡыуат ... — 21 июля 2026 г. в 06:14:24.412
Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән "Сәләмәт ауыл" конкурсына ярашлы Ҡыуат ауылында «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» исемле матур байрам үтте. Сарала хәҙер ауылда йәшәүселәр ҙә, ҡасандыр бында тыуып үҫеп ауылдан ситтә тороусылар ҙа йыйылды - барыһы ла шатланып тыуған ауылдарына ҡайтты. Байрамдың бер өлөшөндә сарала ҡатнашыусылар хәтирәләргә бирелеп, ҡасандыр үҙҙәре парталар артында ултырған саҡтарын иҫләп мәктәпкә сәйәхәт ҡылдылар. Бындай осрашыуҙар һәм байрамдар ауыл халҡын һәм яҡташтарҙы берләштереп тора. Үҙ тамырҙарыңдың ни тиклем ҡәҙерле һәм мөһим икәнен иҫкә төшөрә. В деревне Куватово состоялось мероприятие "Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға". Душевный праздник прошел на высоком уровне и объединил жителей и гостей села. Источник: Открыть

