⭐Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында йәшәүсе Миңзәлә Ғәбит ҡыҙы Ямантаева өс ул тәрбиәләп үҫте... — 28 июля 2026 г. в 11:26:15.238
⭐Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында йәшәүсе Миңзәлә Ғәбит ҡыҙы Ямантаева өс ул тәрбиәләп үҫтергән әсәй. Өлкән улы Фәрит ҡатыны Гөлсәсәк менән Йәнйегет ауылында йәшәйҙәр. Кәрим улы тормош иптәше Динә менән Мерәҫ ауылында донъя көтәләр. 1994 йылғы кесе улы Шәриф, БДУ - ның Сибай институтына уҡырға инә, 2- се курсты тамамлағас, Ватан алдындағы хәрби бурысын Тула ҡалаһында һауа - десант ғәскәрҙәрендә үтә. Ил яҙмышына битараф булмаған егет 2022 йылда үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. Ул хәрби батырлыҡтары өсөн "За отвагу", "За боевые отличия", "За возвращение Крыма" миҙалдары менән бүләкләнә. 2023 йылдың июль айында, разведка бүлексәһе командиры, Шәриф Ямантаев ҡаты яралана. Әсәһенең ярҙамы, доғалары, үҙенең тырышлығы менән ҡыйыу яугир яңынан аяҡҡа баҫа. "Өс улым - өс тағаным, өс таянысым. 2 киленем, 6 ейәнем, 2 ейәнсәрем бар. Һау ғына булһындар, тиҙерәк һуғыштар тамамланһын. Яуҙағы улдары өсөн янып - көйөүсе әсәйҙәргә сабырлыҡ теләйем. Пионер, комсомол, партия гөрләп торған ваҡыттарҙа эшләүем менән ғорурланам. Баймаҡ ҡалаһында "Һаҡлаусы фәрештә" волонтер штабында маскировка селтәрҙәре үрәбеҙ, һалдаттарға кәрәкле башҡа ярҙам да күрһәтәбеҙ. Башҡортостан Президенты грантына асылған 55 + бейеү түңәрәгенә лә йөрөйөм", - ти Миңзәлә Ғәбит ҡыҙы. Һәр атҡан тыныс таңға ҡыуанып йәшәй яугир әсәһе. Округ депутаты Кәрим улын да кәңәшенән, ярҙамынан ташламай ҡөҙрәтле әсә. Улар ауылдағы округтары менән бергә МХО - лағы яугирҙәргә бауырһаҡтар бешереп, "Браслет выживания" эшләйҙәр, кәрәкле әйберҙәр ебәрәләр. Ауылда үткәрелгән бер генә саранан да ситтә ҡалмай Миңзәлә Ғәбит ҡыҙы. Тырыш хеҙмәте, әүҙемлеге өсөн ауыл, район, Баймаҡ ҡалаһы администрацияһы, Берҙәм Рәсәй партияһы, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы, бик күп хәрби частәрҙең Рәхмәт хаттарына һәм Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды. Артабан да һеҙгә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, балаларығыҙҙың ҡыуанысына төрөнөп оҙон - оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Миңзәлә Ғәбит ҡыҙының "Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен, барлыҡ яугирҙәр яҡындары янына имен - һау әйләнеп ҡайтһындар" тигән изге теләктәренә беҙҙә ихлас ҡушылабыҙ. Рафиға Ғазина, Мерәҫ ауыл китапханасыһы. Источник: Открыть

