АҒАЙ — 2 сентября 2026 г. в 05:23:13.050
АҒАЙ Өс тағандың береһе ауғас... Ауылда йәшәгән ғаиләлә өс ул үҫә. Улар араһында йәш айырмаһы ла ҙур ғына. Әлбиттә, ағайҙар кинйәкәү ҡустыларын ярата, тик бергә алып йөрөмәй. Бала бит, ҡыҙыҡһыныуҙар ҙа башҡасараҡ. Шулай ҙа уртансыһы бәләкәскә нығыраҡ тартыла. Уны тиҫтерҙәре менән һуғыштырып, шунан мәҙәк таба, ебеп илап тормаҫҡа бойора, ныҡ булырға өндәй. Ә өйҙә, ҡыҙҙар булмағас, әсәй ҡушҡанды бүлешеп эшләйҙәр. Ғәҙәттә тамаҡ ялғағас, өҫтәл артынан иң аҙаҡ тороусы һауыт-һаба йыуа. Бында ла ағай кеше сослоҡ күрһәтә, кәрәк икән хәйләгә бара. Шул рәүешле ул ҡустыһын “тормош”ҡа өйрәтә. Ағай ағай инде: аҡыллыраҡ, көслөрәк, етеҙерәк. Һәр саҡ ҡурсалай, һаҡлай, өйрәтә. Ул—өлгө, ул—терәк. Юғарыла яҙылғандарҙы уҡығас, күптәр ниндәйҙер кимәлдә үҙен танығандыр. Малайҙар ғына үҫкән ғаиләлә хәлдәр шулайыраҡ бит. Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында буй еткереп, әле Сибай ҡалаһында йәшәүсе Иҙел Әхәт улы Әсмәндийәров бала сағын нәҡ шундай итеп ҡылыҡһырлай. Ул үҙе 1984 йылғы булһа, оло ағаһы Рәзиф—1972, икенсеһе Зөлфәт 1976 йылда тыуған. Бала саҡта тап кесе ағаһы уның янында йышыраҡ өйрөлә лә инде. Ҡустыһы ғаилә ҡороп, өй һалғанда ла оҫта ҡуллы, бар эшкә булдыҡлы Зөлфәт уның янынан ҡайтышмай. Үҙ ғаиләһе булмағас, Иҙелдең ҡыҙҙарына ла эҫенеп китә. Килгән һайын улар менән уйнай, шаяра, күстәнәс-бүләктәр ташый. Балалар ҙа олатаһының килгәнен һәр саҡ түҙемһеҙләнеп көтә. Тик бөгөн быларҙы һағынып һөйләргә генә ҡалған, сөнки өс тағандың береһе батырҙарса ауған. Эйе, бөгөн махсус хәрби операция тип йыш һөйләйбеҙ. Әммә уның бар аянысын үҙ ҡәҙерлеһен юғалтҡан кеше генә тулы кимәлдә аңлай. Иҙел Әхәт улы ла ағаһын юғалтыуына әле булһа ла ышана алмай. Ҡасандыр бәләкәй малайға ағаһы утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ кеше булып күренә һәм ул ғүмер баҡый ҡустыһын ҡурсалап, йәшәргә өйрәтеп, көйөр ерҙә әрләп, маҡтар ерҙә арҡаһын ҡағып, ҡулын ҡыҫып янында йөрөр һымаҡ тойола. Әммә, үкенескә күрә, бөгөн ағаһың көлөүе, тауышы, йылыһы тик хәтерҙә генә һаҡлана, ул көндән-көн алыҫая, тоноҡлана. Ләкин был күңел яраһын бер нисек тә кәметмәй. – Ағайым үтә лә рухлы, көслө ихтыярлы кеше ине. Ул был хаҡта ҡысҡырып әйтеп йөрөмәне. Яҡын кешеһе булараҡ мин быны яҡшы беләм. Үҙем дә еремде, халҡымды, телемде яратам. Ләкин ул минән дә рухлыраҡ ине. Зөлфәт ағайым 2025 йылдың ғинуарында үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланды. «Ниңә?» — тип һораным, әлбиттә. «Кемдер илде һаҡларға тейеш бит. Һине алһалар үкенесле булыр ине, һин бит ике ҡыҙ атаһы», — тип яуапланы. Уның алдан уҡ уйы булғандыр, бары тик ауырыған әсәйҙе йәлләп йөрөгәндер, тип уйлайым. Әсәйебеҙ Рафиға Рәфҡәт ҡыҙы оҙаҡ йылдар мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, Башҡортостан мәҙәниәтенән уҡытты. Рухлы, ғәҙел, тура һүҙле кеше булды. Ауыл ветерандары Советын да етәкләне. Һүҙҙе ҡыҫҡа тотто, бер әйтә лә шулай эшләй, ирҙәрсә характерға эйә ине. Ауырып дауаханала ятҡанда ла Зөлфәт ағайҙы ҡайғыртып ятты. “Бәпәйме ни ул, шуны һорайһың да ятаһың”, – тип бер үпкәләберәк тә әйтеп алдым. “Һеҙҙең бит хәстәрләр ҡатынығыҙ, һөйөр балаларығыҙ бар, ә уныҡы юҡ”, – тип әсәйем борсолоуын белдерҙе. Әсәйебеҙ баҡыйлыҡҡа күскәс, бәлки, Зөлфәт ағайым өйҙә йәм дә тапмағандыр. Тегендә китәсәген белгәс, баҙап ҡалырға ваҡыт та булманы. Йүгереп йөрөп кәрәк әйберҙәр туплаштым, сөнки ағай бер көн ҡалғас ҡына әйтте. Уның ҡарарын үҙгәртеп булмаҫын белә инем. Дарыухана хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт: баш ҡаңғырыуҙан ҡапыл нимә алырға ла белмәгәндә, улар барыһын да теүәлләп бирҙе. Ағайым менән мөмкин тиклем бәйләнеш тоттом, аралашытыҡ. Ул фото-видеолар ебәрҙе. Бер ҡасан да кәйефһеҙләнеп, үкенеп, илап-мыжып ултырманы. Үҙен ағайҙарса тотоуын дауам итте. Бер мәл уға Башҡортостан флагын бүләк иткәндәр ине. Шуға балаларса ҡыуанып, видео төшөрөп ебәрҙе. Ул үҙенең республикаһын, халҡын ныҡ яратты шул. Бөгөн миңә быларҙы үткән за Показать полностью... Источник: Открыть

