Оло хөрмәт яулаған уҡытыусы
Оло хөрмәт яулаған уҡытыусы Әхмәтова Көнһылыу Әҙеһәм ҡыҙы 1954 йылда Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. 1965-1971 йылдарҙа Баймаk интернат-мәктәбендә уҡый һәм тамамлағас, шунда уҡ тыуған интернатында өлкән пионервожатый булып хезмәт юлын башлай. Әхмәтова Көнһылыу Әҙеһәм ҡыҙы 1954 йылда Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. 1965-1971 йылдарҙа Баймаk интернат-мәктәбендә уҡый һәм тамамлағас, шунда уҡ тыуған интернатында өлкән пионервожатый булып хезмәт юлын башлай. Озак йылдар Баймаk интернат-мәктәбенең Шәһит Хозайбирзин исемен йөрөткән пионер дружинаһын етәкләй. Уkыусылар араһында үҙидаралыk юғары кимәлдә була. Бар күңелен һалып башkарған был эшендә Көнһылыу Әзеһәм кызы уkыусылар һәм педагогик коллектив менән бергә бик күп уңыштарға өлгәшә, һәр ваkыт алда булалар. Үҙ эшенең оçтаһы булараk, яуланған яkшы һөҙөмтәләр өсөн 1978 йылда Германия Демократик республикаһына путевка менән бүләкләнә. 1981 йылда "Артек"та өлкән пионервожатыйҙар слет- семинарында kатнаша. Дружинаның якшы өлгәшкән, әүҙем укыусылары ла Союз кимәлендәге "Артек", "Орленок" лагерҙарына путевка менән бүләкләнә. Педагогик коллектив менән берлектә пионер ойошмаһы уkыусыларҙа патриотик рух, илһөйәрлек, ныkышмалылык сифаттары, үз иленең лайыклы алмашсыларын тәрбиәләй. 1985 йылдан тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре буйынса уҡытыусы булып эшләй. 1989 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамалай. 1989-2000 йылдарҙа Баймаҡ районынын мәғариф булегендә методик кабинет етәксеһе, ә 2000-2010 йылдарҙа төп белгес вазифаларын башҡара. Әхмәтова Көнһылыу Әҙеһәм ҡыҙы - Рәсәй Федерацияһынын халыҡ мәғариф алдынғыһы. Ул шулай уҡ «Баймаҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» билдәһенә (2018г) лайыҡ була. Автор: Лилия Такаева Источник: Открыть