Баймаҡ ҡалаһында район мәҙәниәт йортонда "Хазина" халыҡ клубы билдәле ижади берекмә эшл...
Баймаҡ ҡалаһында район мәҙәниәт йортонда "Хазина" халыҡ клубы билдәле ижади берекмә эшләп килә.Шулай уҡ бер йылдан ашыу "Нәзәкәт" төркөмөлә эшләй. Клубтың эшмәкәрлеге һәм төп йүнәлештәре булып: Халыҡ традицияларын һаҡлау: Клуб милли йолаларҙы, башҡорт халыҡ кәсептәрен, ҡул эштәрен тергеҙеү һәм йәш быуынға тапшырыу менән шөғөлләнә. Оҫталыҡ дәрестәре: «Хазина» халыҡ клубы ағзалары һәм етәкселәре Исхакова Илнара Радик ҡыҙы менән мәҙәниәт йортонда,Баймаҡ районының ауылдарына йөрөп даими рәүештә төрлө йүнәлештәр буйынса (кейеҙ баҫыу, милли кейемдәр, биҙәүестәр яһау һ.б.) файҙалы оҫталыҡ дәрестәре ойоштороп тора. Йәмәғәт ойошмаһы: Ул ҡатын-ҡыҙҙарҙы, милли мәҙәниәткә ғашиҡ оло һәм урта быуын вәкилдәрен бергә туплаған, уларҙың ижади потенциалын асыусы үҙәк булып тора. Клуб райондың һәм ҡаланың мәҙәни тормошонда, күргәҙмәләрҙә һәм байрам сараларында әүҙем ҡатнаша. Үҙебеҙҙең оҫта ҡулдар төркөмөнә һеҙҙе лә саҡырабыҙ һәм көтөп ҡалабыҙ. Нәзәкәт оҫта ҡулдар түңәрәге аҙнаһына ике көн шөғөлләнә: шишәмбе - 10:00 -12:00 Кесейома - 10-00 - 12:00 Хазина халыҡ клубы: Шишәмбе - 14:00-16:00 Кесейома - 14:00-16:00 Етәксеһе Исхакова Илнара Радик ҡыҙы Телефон номеры:89053582717 Источник: Открыть