2026 йыл Башҡортостанда «Ҙур һәм татыу ғаилә йылы» тип иғлан ителде.
2026 йыл Башҡортостанда «Ҙур һәм татыу ғаилә йылы» тип иғлан ителде. Ошоға ярашлы, Сыңғыҙ ауылында тантаналы һәм шул уҡ ваҡытта сағыу байрам үтте. Ярты быуат буйы ҡулға-ҡул тотоношоп, тормош һуҡмаҡтарынан бергә атлаған гүзәл парҙар — Әнүәр һәм Вәсимә Солтангилдиндар, Марат һәм Ишһылыу Рәжәповтар алтын туйҙарын билдәләне. 50 йыл бергә йәшәү — ул оло хеҙмәт, түҙемлек, бер-береңә сикһеҙ хөрмәт һәм һүнмәҫ мөхәббәт өлгөһө. Бындай оло ваҡиғаны уртаҡлашыр өсөн парҙарҙың ҡәҙерле балалары, туғандары һәм бөтә ауылдаштары йыйылды. Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хаты һәм махсус бүләктәре уларға оло ғорурлыҡ өҫтәне. В селе Чингизово прошло торжественное мероприятие - прекрасные пары - Анвар и Васима Султангильдины, Марат и Ишсылу Ражаповы отпраздновали Золотые свадьбы. Источник: Открыть