Беҙҙең Учалы районы тарихтарға бик бай. Ҡасандыр бында йәнлек фермаһы ла булған.
Беҙҙең Учалы районы тарихтарға бик бай. Ҡасандыр бында йәнлек фермаһы ла булған. Һүҙ Нәрәле ауылы тураһында бара. Уны 1947 йылда Нәрәле һырты янында нигеҙләгәндәр — тап шунда «Башсоюз» берекмәһе йәнлек фермаһын асҡан. Шул уҡ ваҡытта бында беренсе партия ҡара-көрән төлкөләрҙе килтергәндәр. Ферма тирәһендә ауыл үҫеп сыҡҡан, ул тәүҙә Илсеғол ауыл советына, ә һуңыраҡ Һөйөндөк ауыл советына ҡараған. Йәнлек фермаһы 1975 йылда эшләүҙән туҡтаған. Ваҡыт үтеү менән халыҡ һаны кәмей барған: 1959 йылда бында 123 кеше йәшәһә, 1979 йылға ни бары 5 кеше генә ҡалған, ә 1989 йылға ауыл рәсми исемлектәрҙә иҫәпкә алынмаған. Күптән түгел беҙҙең ижади төркөм ошо йәнлек фермаһында эшләүсе Казбекова Рауза Закирйән ҡыҙы менән яҡындан танышып, әңгәмә ҡорҙо. Хөрмәтле телевизор ҡараусылар, тиҙҙән һеҙгә лә был хаҡта ентекләберәк һөйләрбеҙ һәм күрһәтербеҙ! https://sun9-69.vkuserphoto.ru/s/v1/ig2/F00te5igjrunqmWCqDKxtPKAgbk6C9oCjpJcHeBwfVP7j1CvnjU_UAojfX6dfI_LzXJ3aAO4TFKoD-pylDDTD5Ap.jpg?quality=95&as=32x24,48x36,72x54,108x81,160x120,240x180,360x270,480x360,540x405,640x480,720x540,1080x810,1280x960&from=bu Источник: Открыть