Иңдәреңдә – ил хәстәре!
Иңдәреңдә – ил хәстәре! Эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре, йәш быуындың рухлы булып үҫеүенә күп көс һалған шәхес,Учалы районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ҡадиров Мозафар Харис улына 60 йәш. Ер үҫтергән, ер күтәргән һине! Һин - ереңә тоғро уҙаман! Даланлыһың, йәшәгәнгә күрә Айырылмай тыуған тупраҡтан! Ерҙә үтә ҡайнар хеҙмәт көнөң! Ер һулышын тоя йөрәгең! Тотонаһың эшкә, яҡшы белеп Ер ҡәҙерен һәм ер ҡөҙрәтен! Ырыуыңдың аҫыл вариҫы һин! Төйәгеңдең ҡото-ырыҫы! Һин ереңдән ҡеүәт алғанһың да Йөкмәгәнһең оло бурысты! Иңдәреңдә һинең - ил хәстәре! Һабандарға нисек төшәһең, Милләтеңдең күңеленә шулай Рух орлоғо бөгөн сәсәһең! Изге ғәмәлдәрең уң булһындар, Мәңгелеккә иҫтә ҡалырлыҡ! - Баҫыуҙарың башаҡланған төҫлө, Башҡорт халҡың сәскә атырлыҡ! Мөнир ИҠСАНОВ,шағир, Учалы районы 7- се һанлы Миндәк урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Источник: Открыть