Бөгөн Учалы ҡалаһының А.Г.Серебрянников исемендәге 10-сы урта мәктәбендә Башҡортостан Р...
Бөгөн Учалы ҡалаһының А.Г.Серебрянников исемендәге 10-сы урта мәктәбендә Башҡортостан Республикаһы көнөнә һәм Рәсәй халыҡтары йылына арналған "Тыуған ерем моңдары" шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте. Конкурстың мәктәп этабында еңеп сыҡҡан 2-10-сы класс уҡыусылары башҡорт халыҡ шағирҙары ижады өлгөләрен тасуири һөйләп ишеттерҙеләр. Башланғыс кластар араһында 9-сы күп функциялы полилингваль мәктәптең 4-се класс уҡыусыһы Шәрәфетдинов Илназ, 5-8 кластар араһында А.Г.Серебрянников исемендәге 10-сы урта мәктәптең 6-сы класс уҡыусыһы Асҡаров Алсын , 9-10 кластар араһында 2-се урта мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы Дәүләтшин Искәндәр, 9-сы күп функциялы полилингваль мәктәптең 10-сы класс уҡыусыһы Бүләкова Нәркәс иң оҫта шиғыр һөйләүселәр булып танылыу яуланылыр. Конкурста башланғыс синыф уҡыусыларының әүҙем ҡатнашыуы һәм туған телдә тасуири шиғыр һөйләү оҫталығында ярышыуҙарына афарин! Ихлас ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ! Источник: Открыть