Бөгөн Учалы ҡалаһының 9-сы балалар баҡсаһы базаһында мәктәпкәсә йәштәге балалар менән...
Бөгөн Учалы ҡалаһының 9-сы балалар баҡсаһы базаһында мәктәпкәсә йәштәге балалар менән тәрбиә эшен башҡорт телендә ойоштороусы тәрбиәселәрҙең методик берекмәһе ултырышы үтте. Өлкән төркөмдөң тәрбиәсеһе Сабирйәнова Гөлнара Ғәбдрәшит ҡыҙы “Тыуған илем — Башҡортостан” темаһына асыҡ дәрес күрһәтте. Дәрес йөкмәткеле, мауыҡтырғыс һәм рухлы үтте. Балалар тыуған ергә арналған матур шиғырҙар һөйләнеләр, йырҙар йырланылар, милли бейеүҙәр башҡарҙылар, йомаҡтар систеләр, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары менән таныштылар. Уларҙың сығыштары ике телдә, ихлас һәм дәртле яңғыраны. Бындай йөкмәткеле дәрестәр балаларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләй, туған телгә ҡыҙыҡһыныу уята, телмәрҙәрен үҫтереүгә һәм ижади һәләттәрен асыуға булышлыҡ итә. Методик берекмә ултырышында тәрбиәселәр эш тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар, асыҡ дәрестең әһәмиәтен, киләсәккә эш йүнәлештәрен билдәләнеләр. Юғары кимәлдә ойошторолған сара һәр кемдең күңеленә дәрт-дарман өҫтәне. Источник: Открыть