21 октябрҙә Башҡортостан Республикаһында Милли бейеү көнө билдәләнә. Был байрам башҡорт...
21 октябрҙә Башҡортостан Республикаһында Милли бейеү көнө билдәләнә. Был байрам башҡорт бейеү сәнғәтенә нигеҙ һалыусы, күренекле хореограф Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнөнә арналды. Ошо билдәләнгән дата айҡанлы Уральск ҡасабаһының "Ирәмәл"ижади үҙәгендә һәм күп функциялы мәҙәниәт йортонда ҙур байрам сараһы уҙҙы. Был матур байрам бейеү сәнғәтен яратыусыларҙы берләштереп, уның мәҙәниәтенең байлығын һәм төрлөлөгөн күрһәтергә йүнәлтелгән. Источник: Открыть