#
# Бөгөн Сибай ҡалаһының 3-сө полилингваль гимназия-интернатында "Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге етәкселеге ойошторған "Урал батыр" эпосын өйрәнеүҙә яңы алымдар һәм заманса ҡараш" темаһы буйынса семинарҙа республикабыҙҙың Урал аръяғы райондарының балалар баҡсалары тәрбиәселәре, башҡорт теле һәм башланғыс класс уҡытыусылары фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты. Был бөйөк әҫәр аша балаларға быуындан-быуынға тапшырылып килгән милли һәм дөйөм кешелек ҡиммәттәре һалыныуын, бөгөнгө көндә лә йәш быуынды намыҫлы, эшһөйәр, иленең һәм халҡын яратҡан ысын шәхес итеп тәрбиәләүсе ҡиммәтле педагогик ҡомартҡы икәнлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. 3-сө полилингваль гимназия-интернаты уҡытыусылары әҙерләгән оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәл артында йәнле һөйләшеүҙәр һәр кемдең күңелендә яңы асыштарға , халҡыбыҙ ҡомартҡыһын өйрәнеүҙә ижади эшмәкәрлеккә дәртләндерҙе. Источник: Открыть