“Ауылда ҙур ҡатын-ҡыҙҙар советы” форумында республика райондарынан 400-ҙән ашыу ҡатын -...
“Ауылда ҙур ҡатын-ҡыҙҙар советы” форумында республика райондарынан 400-ҙән ашыу ҡатын - ҡыҙ һәм Рәсәй төбәктәренән вәкилдәр ҡатнаша. Форумдың төп эшлекле программаһы Иглин районында уҙа. Иғтибар үҙәгендә ҡатын - ҡыҙҙар эшҡыуарлығы, ауыл иҡтисадын үҫтереү, урындағы брендтарҙы күтәреү, йәштәргә эшҡыуарлыҡ өсөн яңы мөмкинлектәр йәлеп итеү. Сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ социаль инфраструктура, демография, ирекмәнлек һәм ғаиләләргә ярҙам итеү мәсьәләләрен дә ҡараясаҡ. Учалылар ҙа был мәртәбәле сарала әүҙем ҡатнаша! Источник: Открыть