📚«Тел — күңелдең көҙгөһө», — ти халыҡ мәҡәле. «Үҙ телен белмәгән — ил ҡәҙерен белмәҫ»,...
📚«Тел — күңелдең көҙгөһө», — ти халыҡ мәҡәле. «Үҙ телен белмәгән — ил ҡәҙерен белмәҫ», — тип тә юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Тел — ул һәр халыҡтының тарҡалмаҫ хазинаһы, быуаттарҙан килгән милли рухи байлығы. ⚡️Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнөнә арнап, гимназияның 9-10 класс уҡыусылары бик матур һәм әһәмиәтле сарала ҡатнашты. ⚡️Улар милли колорит менән һуғарылған башҡорт тирмәһендә Бөтә Рәсәй «Рәсәй — халыҡтар йорто» диктантын башҡорт телендә яҙҙылар. Уҡыусылар туған телгә булған һөйөүҙәрен, белемдәрен һынап ҡына ҡалманы, ә ошо матур байрам уңайынан халыҡтар дуҫлығын, берҙәмлеген дә кәүҙәләндерҙе. Тирмә эсендәге милли атмосфера һәр береһенә илһам һәм көс өҫтәне. #ДеньЯзыковНародовРоссии2026
Канал в каталоге Максиметера
1 815 подписчиков · Школы и вузы