БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ бөгөн М.Исҡужин исемендәге Прогимназияла үҙ телен яҡш... — 17 апреля 2026 г. в 14:16:04.604
БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ бөгөн М.Исҡужин исемендәге Прогимназияла үҙ телен яҡшы белгән милләттәштәр өсөн ойошторолдо. Бында уҡытыусылар,гәзит хеҙмәткәрҙәре, мәктәп директорҙары, ата-әсәләр, балалар йыйылғайны. Диктанттың эстәлеге халыҡтар дуҫлығына бәйләнгән,тел тураһында ла әйтелгән. Яҙма эште бөтәһе лә күңел һалып яҙҙылар. Тыуған телебеҙҙе йылдың бер көнөндә генә түгел,ә һәр саҡ иҫбатлап торайыҡ, башҡортса китаптар уҡыйыҡ,онотмайыҡ.Телдең ҡәҙерен беләйек һәм баларыбыҙға ла шул турала аңлатайыҡ.Тел йәшәһә - ил бөтмәҫ!

