Тирәкле ауылында Ҡарға бутҡаһы ойошторолдо — 3 июня 2026 г. в 04:05:03.730
Тирәкле ауылында Ҡарға бутҡаһы ойошторолдо Йолабыҙ тәбиғәткә рәхмәт әйтеп, илебеҙ тыныслығын, МХО-ла хеҙмәт иткән ағай, атай, улдарыбыҙ иҫән йөрөп, еңеп ҡайтһындар тигән теләктәр менән һөлгөгә таҫма бәләүҙән башланып китте. Артабан үҙебеҙҙең милли уйындәрыбыҙ: аҡ тирәк-күк тирәк; алырым ҡош-бирмәмен ҡош; йомортҡалы ҡалаҡ менән йүгереү,арҡан тартыш; биҙерәләр менән һыу ташыу уйындары менән байрам дауам итте. Ҡунаҡтар сәйгә буш ҡул килмәгән, ҡарға бутҡаһынан һуң, Гөлсаскә апайҙың күпереп бешкән тәмле ҡоймағы, ҡыҙ-егеттәрҙең тәмле кәнфит-печенйәләре менән сәй, компот эстек, йомортҡа ла ситтә ҡалманы. Байрамда өс йәштән алып һикһән йәшкә тиклемге ҡунаҡтар әүҙем ҡатнаштылар. Гөлсира апай (80 йәш) себештәргә бай инәғош булһа, беҙҙең ҡунаҡ Ғәлиә иң сос ҡарағош булып уйнаны

