Ҡул һелтәге килә, ҡайһы саҡта, — 31 июля 2026 г. в 10:20:44.799
Ҡул һелтәге килә, ҡайһы саҡта, Донъяһына, өйө, эшенә. Сығып китке килә әллә ҡайҙа, Күренмәйсә генә кешегә... Уйҙарымды бикләп, ҡайһы саҡта, Уйһыҙ ҡалғым килә бер көнгә. Шаян бала саҡҡа ҡайтҡым килә, Әйтмәйенсә генә бер кемгә... ...Артыҡ һағыныуҙан ҡайһы саҡта, Күңелдәргә һағыш туламы? Бар нәмәне ташлап китеп була, Тик үҙеңдән ҡасып буламы?.. Мөхәмәтйәр МӘҒӘСҮМОВ. Станислав Шахов фотоһы.

