Еҙнәһе уралтып-суралтып торманы, әйтте лә һалды: — 24 августа 2026 г. в 03:37:02.749
Еҙнәһе уралтып-суралтып торманы, әйтте лә һалды: – Балдыҙ, һинең бәхеткәме икән, беҙҙең бригадтан бер егет кәләш эҙләй: “Берәйһе менән таныштырығыҙ әле”, – тип һөйләнде. Булат исемле... – Ай, уның исеме нимәгә кәрәк? – тине апаһы. – Нисә йәштә? Эсәме? – Эсмәй! – тине еҙнәһе, өҙөп. – Ярты йыллап беләм, эскәнен күргәнем юҡ. Аҡсаһын да тота белә. Уҡыған! – Нимә бөткән? – тине Рәйлә. – Әллә төҙөлөшмө, машиналар төҙөлөшөмө, бер нәмә. Грамотно һөйләшә. – Эсәме, тип, тағы бер һорайым, – тине Рәйлә. Бергә эсеп ҡаранығыҙмы? – Юҡ, эсмәй. Эскәндәрен күрһә, китә лә бара. – Бына шуныһы шикле шул, – тине апаһы, – эсмәй йөрөй-йөрөй ҙә, анан китә ысҡынып, айнытып алырмын тимә. Балдыҙ әлегә өндәшмәй. Эсмәй, тине бит әле ул, тип уйлап ҡуйҙы. Әлегә Гәүһәр уйланмай, һайланмай, хатта ымһынмай. Әллә ҡайҙағы, бер күрмәгән кешене нисек көтөп ултыраһың инде? https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-08-22/be-e-aranan-sy-an-4790157

