Иҙел яңы ғына армиянан ҡайтҡайны. Хәрбиҙәрсә ныҡлы баҫып мәҙәниәт йортона килеп инеү ме... — 29 августа 2026 г. в 17:21:54.531
Иҙел яңы ғына армиянан ҡайтҡайны. Хәрбиҙәрсә ныҡлы баҫып мәҙәниәт йортона килеп инеү менән барыһының да ҡарашы уға төбәлде. Дискотека ойоштороусы аҡ вальс иғлан итеүгә Зөләйхәнең аяҡтары үҙенән-үҙе Иҙелгә табан атланы. Ятып ҡалғансы, атып ҡал, тигәндәй ҡыҙара-бүртенә егеттең алдына килеп баҫты, ҡулынан тотоп, бейергә алып төшөп китте. Егеттәргә ҡыйыу ҡыҙҙар һәр ваҡыт оҡшай. Икенсе вальсҡа Зөләйхәне Иҙел инде үҙе саҡырҙы. Һин дә мин һөйләшеп киттеләр. Беренсе тулҡынланыу үтә биргәс, ҡыҙ ҙа батырая төштө. Егеткә йышыраҡ күҙ һалды. Уның көслө ҡулдары, кәүҙәһен туп-тура тотоп өйөрөлөүе, йөҙөнөң мөләйемлеге, килешле прическаһы үҙенә арбай ине. Дискотека тамамланғас, ауылдың бөтә сибәрҙәрен көнләштереп, Иҙел Зөләйхәне оҙатып ҡуйҙы... https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2024-07-09/urau-urau-yuldar-asha-3839210

