Ялан шарттары өсөн уңайлы — 3 сентября 2026 г. в 09:54:16.377
Ялан шарттары өсөн уңайлы Ошо көндәрҙә Маҡар ауылы «Изге йорт» ирекмәндәре яугирҙарға 300 порцияға иҫәпләнгән ҡоро бутҡа эшләне. Ризыҡты әҙерләүе бик ябай: ҡаптағы ҡоро бутҡаға эҫе һыу ҡояһың да 5-10 минут көтәһең. Бындай ябай һәм тиҙ ысул ялан шарттары өсөн бик уңайлы. Тап ошондай бутҡа өсөн шайморатовсылар алғы һыҙыҡтан рәхмәт еткергән. Айһылыу Вахитова.

