😊👍 Осрашыу ике яҡ өсөн дә күңелле үтте
😊👍 Осрашыу ике яҡ өсөн дә күңелле үтте Быйыл «Торатау» ҡыҙҙары үҙ сәфәрен тәүләп Әрмәт ауыл Советынан башланы. Түбәнге Әрмет ауылы мәҙәниәт йортонда Әрметрәхим, Үрге Әрмет һәм Түбәнге Әрмет халҡы менән бөгөнгө осрашыу ик яҡ өсөн дә күптән көтөп алған танһыҡ мәл ине. Әйткәндәй, уҙған йыл «Торатау» гәзитенә 2026 йылға иң күп яҙылыусылар тап Әрмет ауыл Советынан булды. Бөгөн дә улар ошо йолаға тоғро ҡалып, баҫмаға дәррәү яҙылды. 🙌 Әрмет ауыл Советы хакимиәте башлығы Әнүр Шаһиев бөгөнгө сараны асып, «Изге подписка» акцияһы сиктәрендә «Торатау»ға ике махсус хәрби операция яугиры ғаиләһен яҙҙырты. 🎁 Гәзиткә яҙылыусылар араһында бүләктәр отторолдо, викторина уйнатылды. Бүләктең иң ҡиммәтлеһе – эшҡыуар, балта оҫтаһы Тимур Ғарифуллин эшләгән эскәмйә Рәйсә Нурғәлиеваның өлөшөнә төштө. 👍 Рәйсә апай баҫмаға йыл һайын яҙыла, уның атаһы Юнир Мусин да 88 йәшкә тиклем гәзит уҡып, район хәбәрҙәрен белеп торған. 📝 Бөгөнгө сәфәребеҙ тураһында тулыраҡ киләһе һанда уҡырһығыҙ. Айһылыу ВАХИТОВА. Розалия ТӨХВӘТУЛЛИНА фотолары.