🤲 Оло йәштәгеләр һәм инвалидтар бүлексәһендә йәшәгән инәй-бабайҙарҙы Ишембай ҡалаһыны...
🤲 Оло йәштәгеләр һәм инвалидтар бүлексәһендә йәшәгән инәй-бабайҙарҙы Ишембай ҡалаһының 2-се мәсет мәхәлләһе мосолман дини ойошмаһы имам хатибы Назир Галиев йома намаҙына саҡырҙы. Әйткәндәй, Назир хәҙрәт Ишембай социаль хеҙмәтләндереү йортоноң "Изге йөрәктәр" учреждениеһының попечителдәр ағзаһы булып тора. Сәлимә Рәшит ҡыҙы Ишмөхәмәтова уларҙы тиҙ генә ойоштора һалып юлға сыҡтылар. Был ябай ғына сара түгел, ә тарихҡа һәм рухиәткә сәйәхәт ине. Сөнки мәсет һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа элекке Ишембай биләмәһендә төҙөлгән. Ҡунаҡ инәй-бабайҙарҙы мәсеттең үҙендә ҡаршы алдылар. Унда Назир хәҙрәт ҡөрьән уҡып мәрхүмдәрҙе иҫкә алғандан һуң, уларҙы ашау йортона саҡырҙылар. Бында бай өҫтәл әҙерләгән изге күңелле апайҙар көтә ине. Улар ихлас аралашып, тәмле өй аштарын ашап, рухи көс алып ҡайттылар. - Был осрашыу быуындар араһындағы күпер, беҙҙең быуын йолаларын ҡәҙерләгән, өлкәндәрҙе хөрмәт иткән һәм иманды һаҡлаған матур сара булып тора. Назир хәҙрәткә, аш-һыу әҙерләгән апайҙарға һәм ойоштороп алып барған Сәлимә Рәшит ҡыҙына рәхмәтлебеҙ, - тип уртаҡлашты Рәсилә апай Кустанова.