Башҡортостан Милли музейында «6-сы Бөтә донъя фольклориадаһы мираҫы» күргәҙмәһе асылды — 25 июня 2026 г. в 04:34:23.037
Башҡортостан Милли музейында «6-сы Бөтә донъя фольклориадаһы мираҫы» күргәҙмәһе асылды 2021 йылда үткән 6-сы Бөтә донъя фольклориадаһы бай мираҫ ҡалдырҙы-күргәҙмәлә 80-дән ашыу экспонат тәҡдим ителгән. Бында күләмле сараның бер юлы ике номинацияла: донъялағы иң ҙур һәм күп милләтле хороводы өсөн Рәсәй рекордтар китабына инеүен раҫлаған сертификаттар урын алған. Хороводта 2700-ҙән ашыу кеше, 37 ил һәм 71 милләт вәкиле ҡатнашҡан.

