🏛 8 июнь — «Урал батыр» эпосы көнө! — 9 июня 2026 г. в 11:44:56.296
🏛 8 июнь — «Урал батыр» эпосы көнө! 2025 йылда Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған был байрам — халыҡ хәтеренең ысын хазинаһы һәм милли мираҫыбыҙҙың фундаменталь өлөшө. 📚 Был изге ҡомартҡыны йәш быуынға аңлайышлыраҡ итеү маҡсатында, ПМК «Ирәндек» үҫмерҙәр клубында балалар өсөн мауыҡтырғыс сара уҙғарҙыҡ. Осрашыуҙа балалар эпос геройҙары, уларҙың батырлыҡтары менән танышты. 💃 Был көн ысын халыҡ байрамына әүерелде: балалар һәм уларҙың әүҙем әсәйҙәре бергәләп дәртле бейеүҙәр бейене, байрамға сағыу кәйеф өҫтәне! 🎉 Барығыҙҙы ла ҡотлайбыҙ! Әйҙәгеҙ, «Урал батыр» эпосын бергәләп уҡыйыҡ, тарихыбыҙҙы һәм үҙенсәлекле мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлайыҡ! ✊ #ДесятилетиеДетства #ДеньЭпосаУралБатыр #УралБатыр #Сибай #ПмкИрандык #Мәҙәниәт #пмкИрандык #Башмолодёжь #РосМолодёжь

